Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2022, 13:00

Бындай хәлдең 198 йыл булғаны юҡ...

Метеорологтар иҫкәртә: иртәгә көн торошонда аномаль үҙгәрештәр булыуы ихтимал.

Бындай хәлдең 198 йыл булғаны юҡ...
Бындай хәлдең 198 йыл булғаны юҡ...

Белгестәр фаразлауынса, Рәсәйҙең күп төбәгендә көн ҡырҡа боҙола, өҫтәүенә көслө геомагнит дауыл күҙәтеләсәк.

"Primpress" баҫмаһы яҙыуынса, иң ҙур хәүеф Красноярск крайы, ХМАО, Таймыр төбәктәренә янай. Ә иртәгә илебеҙҙең бөтә территорияһында тиерлек көслө геомагнит дауылы һиҙеләсәк. Планетаны ялмап алған был күренештең көсө - биш балл, йәғни, иң юғарыһы.

Әйткәндәй, һуңғы ошондай ҡеүәтле магнит дауылы 1824 йылда теркәлгән.

Кем һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүен ауыр ҡабул итә, һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә белгестәр.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-11-19/bynday-h-lde-198-yyl-bul-any-yu-3037544
Бындай хәлдең 198 йыл булғаны юҡ...
Бындай хәлдең 198 йыл булғаны юҡ...
Автор:
Читайте нас: