+9 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы бойороҡҡа (распоряжение) ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йорттарына газ үткәреүгә сертификат алыу хоҡуғына эйә. Шулай уҡ мобилизация ваҡытында улар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙәрҙән дә азат ителә.
Тағы ла бер ярҙам сараһы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә йорт һәм хужалыҡтағы башҡа биналарҙы йылытыу өсөн ағас алғанда ташламалы хаҡ билдәләү.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Башлығы сайты.