+9 °С
Болотло
Бөгөн Асҡын районында ҙур сара — урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең республика семинары уҙа. Уның сиктәрендә “Иң яҡшы урман киҫеүсе” һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторола. Республикабыҙ урмансылары Ҡышлауйылға ауылы эргәһендә “Урмансылар аллея”һына нигеҙ һалып, ағастар ултыртасаҡ.
Семинарҙың пленар өлөшө “Танып” шифаханаһында уҙасаҡ.
Мәртәбәле сараға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фазрахманов, Иҙел буйы федераль округы буйынса Урман хужалығы департаменты начальнигы Александр Орнатский, БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов килеүе көтөлә.
Наилә Имаева.