Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 10:01

"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған көй

Радий Хәбиров: "Ә һеҙ Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең тауышы ниндәй икәне тураһында уйлағанығыҙ бармы?"  

"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған көй
"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған көй

Волга буйы федераль округы илдә тәүгеләрҙән булып үҙенең көйөн булдырҙы. Музыкаль композиция нигеҙендә – төрлө төбәктәрҙәге географик объекттарҙың бейеклек күрһәткестәре. Уларҙы Роскартография белгестәре тауыш тирбәлеүенә әйләндереп үҙгәрткән. Ошо рәүешле килеп сыҡҡан 14 айырым композиция "Волга буйы моңо" тигән берҙәм музыкаль әҫәргә әйләнгән.

"Музыкаль проект Рәсәй рельефын актуалләштереү эштәре барышында барлыҡҡа килде. Беҙ уның өсөн Волга буйы федераль округын һайланыҡ, унда ландшафт ысынлап та уникаль. Роскартография композитор Михаил Мищенко һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты менән хеҙмәттәшлек итә башланы", – тип һөйләне был ведомствоның генераль директоры Сергей Карутин.

"Белгестәр уба, уйһыулыҡ, йылға, тауҙарҙың бейеклек күрһәткестәрен тауыш тирбәлешенә һалды. Һөҙөмтәлә округтың һәр төбәге "көйгә һалынды". Бейеклектәрҙең түбәнәйеү-бейегәйеү графиктары Рәсәйҙең иң эре территориаль берәмегенең тектоник музыкаһы нигеҙенә һалынды", – тинеләр Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында.

Графиктарҙы музыкаль тирбәлеүгә яраҡлаштырыуҙы "Космонавтика" төркөмө үткәргән, аранжировка – композитор М. Мищенконыҡы. "Миңә тәбиғәт һәм көйҙөң симбиозы һәр саҡ ҡыҙыҡлы булды, был ике төшөнсәне бер ҙур берәмеккә әйләндерҙек. Сәнғәт менән фәндең бәйләнешен күрергә генә түгел, ишетергә лә мөмкин икәненә шатмын", – ти композитор үҙе.

Тыуған яҡтың көйө һәм ландшафының гүзәллеген проекттың видеоклибын ҡарап баһаларға була: http://pfo.gov.ru, ә композицияны https://yadi.sk/d/_l5xgkOQE9r6lw адресы буйынса инеп алырға мөмкин. "Волга буйы моңо"ноң релизы 2022 йылға Яндекс.Музыка и Apple Music майҙандарында билдәләнгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Волга буйы моңо"н тыңлап: "Ә һеҙ Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтенең тауышы ниндәй икәне тураһында уйлағанығыҙ бармы?" – тип яҙылыусыларға мөрәжәғәт итте һәм үҙ сәхифәһендә матур видеоклип менән бүлеште.

Сығанаҡ: pfo.gov.ru/ һәм https://vk.com/wall413272232_740137

Автор:Равиля Гатауллина
"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған көй
"Волга буйы моңо" - тәбиғәт үҙе яҙған көй
Автор:
Читайте нас: