Рәсәй Гидрометүҙәге фаразы буйынса, көҙҙөң тәүге айында республикала һауа температураһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы була. Баш ҡалабыҙ Өфө өсөн сентябрҙең уртаса температураһы: көндөҙ +17 градус, төндә +6 градус.
Илдең күпселек өлөшөндә айлыҡ яуым-төшөм дә уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге етәксеһе Роман Вильфанд быйыл илдә йәйҙән көҙгә күсеүҙең айырыуса ныҡ һиҙеләсәген хәбәр итте.
Сентябрҙең тәүге көндәрендә үк көҙгөсә һалҡынайта. 2-3 сентябрҙән башлап температура һиҙелерлек түбәнәйә.
Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда сентябрҙә көндөҙ +12, +19 градус, төндә иһә +6, +12 градус була. 3 сентябрҙән оҙайлы ямғырҙар осоро фаразлана.
Вильфанд әйтеүенсә, һалҡын һауа торошо — «әбейҙәр сыуағы» хәбәрсеһе. Сентябрҙең икенсе яртыһында көндәрҙең йылытыуы ихтимал, тип билдәләне ул.