Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2021, 10:50

Хәйбуллала янғындар буйынса һуңғы мәғлүмәт

Ирекмәндәр талап ителә: Аҡъюл ауылы янында сыҡҡан янғын Ғәлиәхмәт һәм Аҡназар ауылдарына янай.

Хәйбуллала янғындар буйынса һуңғы мәғлүмәт
Хәйбуллала янғындар буйынса һуңғы мәғлүмәт

Хәйбуллала урман янғындары буйынса район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы:

– Аҡъюл ауылы тирәһендә сыҡҡан урман янғыны Ғәлиәхмәт һәм Аҡнаҙар ауылдары яғына йүнәлә. Иртәгә Ғәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йортонда оператив штаб булдырыла. Бында бөтә көстәр туплана, ауыр техника йәлеп ителә. Район халҡы, ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәрен хәлдән килгәнсә ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Бында улар ранецтар, туҡланыу менән тәьмин ителә. Әле янғын тораҡ пункттарҙан алыҫ, шуға ҡарамаҫтан уны тиҙ арала ҡамап алып, туҡтатыу зарур.

Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков хәбәр итеүенсә, Аҡъюл ауылы янындағы янғын көслө дауыл арҡаһында Ҡом йылғаһын аша үтеп, Юлдаш яғына сыҡҡан. Әлеге ваҡытта ут Ҡом йылғаһы буйлап үргә табан йүнәлә. Ғәлиәхмәт һәм Аҡнаҙар ауылдары өсөн хәүеф бар. Бөгөн, сәғәт 8:00-9:00 Ғәлиәхмәт клубы алдында йыйылып, янғын урынына сығырға ирекмәндәр талап ителә.

Автор: Раян Атанбаев, "Хәйбулла хәбәрҙәре" баҫмаһы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Хәйбуллала янғындар буйынса һуңғы мәғлүмәт
Хәйбуллала янғындар буйынса һуңғы мәғлүмәт
Автор:
Читайте нас: