Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2021, 15:31

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәртте

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алдағы тәүлектә уңайһыҙ һауа шарттары тураһында иҫкәртте.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәртте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәртте

21 июлдә кис көнө республикала һауа торошо үҙгәрә башлай. Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ көтөлә.

«Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында 15-20 метрға етеүе ихтимал», — тип белдерҙеләр министрлыҡ вәкилдәре.

Төндә һауа температураһы 15-20 градус була, көндөҙ һауа 29-34 градусҡаса йылына. 22 июлдә иртән юлдарҙа томан фаразлана.

Өфөлә лә елдең тиҙлеге секундына 16 метрға етеү ихтималлығы һаҡлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Һауа температураһы төндә 17-19, көндөҙ 30-32 градус.

 

https://www.bashinform.ru/news/1620985-mchs-predupredilo-zhiteley-bashkirii-o-nadvigayushchikhsya-livnyakh-grozakh-i-grade-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәртте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәртте
Автор:
Читайте нас: