Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 21:25

Матбуғат тармағына ярҙам буласаҡ

Ғафури районында урынлашҡан “Красноусол” шифаханаһында гөрләп “Медиайыйын” форумы үтә тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн республиканың ҡала һәм райондарынан туған телдәрҙә яҙған журналистарҙы йыйған сараның икенсе көнө.

Тәүге көндәге эшлекле һөйләшеү дауам итте. Иртә таңдан секциялар ултырыштары, эшлекле уйындар, оҫталыҡ дәрестәре башланды.
Сараның мөһим ваҡиғаһы булып унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе торҙо. Төбәк етәксеһе милли матбуғат проблемаларына битараф түгеллеген сираттағы тапҡыр дәлилләне һәм журналистар менән бергә тармаҡтағы проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүҙә ҡатнашты.
– Милли матбуғаттың бурыстары ҙур. Ул телде, милләтте, милли мәҙәниәтте һаҡларға тейеш. Телдең ҡәҙерен журналистар белә һәм уны әрһеҙләмәҫкә тейеш. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә ваҡыт менән бергә атларға кәрәк. Интернет, социаль селтәрҙәр тураһында онотмағыҙ, халыҡ шунда булғас, һеҙ ҙә унда булырға тейешһегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров тармаҡтың проблемаларын белә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Беренсенән, был эш хаҡына бәйле. Радий Фәрит улы тармаҡҡа ярҙам булһын өсөн йыл һайын 100-әр мең һумлыҡ 100 грант булдырырға тәҡдим итте. Әгәр документтар әҙер булһа, быйыл сентябрҙән тәүге 50 грант биреләсәк тә. Уны йәш журналистар ҙа, тәжрибәлеләр ҙә ала аласаҡ.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы хеҙмәт хаҡын күтәреү мәсьәләһен дә яҡын арала хәл итергә һүҙ бирҙе. 2022 йылдың ғинуарынан эш хаҡы 25 процентҡа, ә 2023-2024 йылдарҙа ул уртаса иҡтисади кимәлгә етергә тейеш.
Тағы бер мәсьәлә Матбуғат йортон ремонтлауға бәйле ине. Был мәсьәлә буйынса ла ҡарар бар. 2022 йылда проект әҙерләнәсәк һәм 2023 йылда бинаны ныҡлы ремонт көтә.
Артабан Башҡортостан Башлығы журналистарға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Хеҙмәттәштәребеҙ мәртәбәле ордендар, Почет грамоталары һәм атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәрен алды.
Әлеге ваҡытта йыйын дауам итә. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып бара.
Автор фотоһы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: