Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 16:56

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының элекке етәксеһе Эльза Сыртланованың яңы эш урыны билдәле булды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының элекке етәксеһе Эльза Сыртланованың яңы эш урыны билдәле булды.

Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм идара итеү юғары мәктәбе сайтында хәбәр ителеүенсә, ул Мәскәү учреждениеһында һаулыҡ һаҡлау системалары эшмәкәрлеген анализлау буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе вазифаһында эшләй. Эльза Сыртланованың аныҡ бурыстары тураһында хәбәр ителмәй.
Бынан алда ул Өфөнөң 38-се дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә тигән хәбәр таралғайны.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың 19 майында Эльза Сыртланова үҙ теләге менән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын ҡалдырҙы. Дауахананың яңы етәксеһе – Шамил Булатов.
Читайте нас: