Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2020, 14:35

Ауылдағылар өсөн

2019 йылдан башлап ауылда йәшәгән пенсионерҙар ҡартлыҡ буйынса страховка йәки инвалидлыҡ буйынса пенсияларына өҫтәмә алыу хоҡуғына эйә. 25 процентлыҡ өҫтәмәгә хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн өс шартты үтәү зарур: ауыл хужалығында кәм тигәндә 30 йыллыҡ хеҙмәт стажың булыу, мотлаҡ ауылда йәшәү һәм түләүле эш юҡлығы.


Былтыр ауыл пенсионерҙары пенсияһына өҫтәмә айына – 1,3 мең һум, өсөнсө төркөм инвалидлығы буйынса пенсия алыусылар өсөн 667 һум тәшкил итте (быйыл 1 ғинуарҙан – 1,4 мең һәм 705 һум). Пенсионер теләгән ваҡытта ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн өҫтәмә документтар тапшыра ала. Стажды иҫәпләгәндә колхоз-совхоздарҙа, башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында һәм ойошма­ларындағы эш иҫәпкә алына. Бөтәһе 500 төрлө һөнәр иҫәпкә индерелгән.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: