Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 12:44

Йөҙйәшәр ветеран һуңғы юлға оҙатылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡыйғы районында 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеянов вәхшиҙәрсә үлтерелде.

Кисә уны һуңғы юлға оҙаттылар. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән хушлашыуҙа ауылдаштары, туғандары, район хакимиәте, хәрби комиссариат, ветерандар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йөҙйәшәрҙе республика Башлығы исеменән оҙатырға Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов килде.
“Һуғыш юлын үтеп, фашистарҙы еңеп ҡайтып, ҡәбәхәттәр ҡулынан вафат булды, башҡаса уларҙы бер нисек тә атап булмай. Беҙ уларҙы мотлаҡ табасаҡһыҙ һәм ҡаты язаға тарттырасаҡбыҙ”, - тине Ирек Сәғитов.
“Ғәфү ит яҡлай алмағаныбыҙға! Беҙ һеҙҙең лайыҡлы вариҫтарығыҙ була алманыҡ, Иван Николаевич", - тине Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.
Ветеранды һуңғы юлға оҙатыу уның тыуған ауылындағы Троицк сиркәүендә үтте. Йәш хәрбиҙәр мәрхүмдең фотоһүрәтен, орден-миҙалдары һалынған мендәрҙе тотоп алдан барҙы. Иван Несмеяновты һуңғы юлға һалдаттарса оҙаттылар: почетлы ҡарауыл, хәрби музыка һәм хушлашыу залпы...
Йөҙйәшәр ветеранды үлтергән ҡәбәхәттәрҙе эҙләү дауам итә, ваҡиға урынында Рәсәй һәм Башҡортостан тәфтишселәре эшләй.
Шулай уҡ үлтереүселәрҙе табыуҙа аныҡ ярҙам күрһәткән кешегә 500 мең һум бүләк вәғәҙә ителгәйне.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: