Был аҙна башынан аномаль эҫе көндәр Һарытау өлкәһенә килә, унда термометр күрһәткесе 40 градусҡа тиклем етәсәк. Ростов, Әстрхан өлкәһе, Ҡалмыҡ Республикаһында плюс 40-43 градус буласаҡ.
Ә Башҡортостанда нисек? Беҙгә лә янаймы ошондай эҫе көндәр? Аҙнаның тәүге яртыһында плюс 32 градус көтөлә. Температура ғәҙәти күрһәткестәрҙән 3-5 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Атмосфера баҫымы артыуы арҡаһында ямғырҙар яумай тиерлек. Аҙнаныҡ икенсе яртыһы эҫерәк һәм ҡорораҡ буласаҡ.
Рәсәй Гидрометеоүҙәге күҙаллауынса, июлдә илдә һауа температураһы нормаға ярашлы буласаҡ, был плюс 18,4 градус йылылыҡ. Ә бына ямғырҙар норманан әҙерәк булыр тип күҙаллана.
Эҫелек арҡаһында янғын хәүефе арта. Кешеләрҙән усаҡ яҡмаҫҡа һәм һүндерелмәгән төпсөк ташламауҙы һорайҙар.