Көндөҙгө һауа температураһы +25 градусҡаса күтәреләсәк, ә шәмбе-йәкшәмбелә иһә +28...+30 градус эҫелек көтөлә. Был көндәрҙә төндә һауа температураһы +14...+16 градус тәшкил итәсәк.
Шулай ҙа республика биләмәһендә, айырыуса үҙәк райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыу ихтималлығы һаҡлана.
Шулай итеп, йәй әкренләп үҙ асылына ҡайта, күптәр һағынып өлгөргән йылы көндәр бына-бына башланасаҡ.