Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 11:11

Телемарафонды бергәләп ҡарайыҡ!

Рәсәйҙә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн июнь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Байрам көнө 1980 йылдың 1 октябрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы тарафынан булдырылды. Был иҫтәлекле көндә беҙ үҙҙәрен һаулыҡ һаҡлауға арнаған аҡ халатлыларға – табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт әйтәбеҙ.

Башҡортостанда 2019 йылда 154 медицина ойошмаһы, 149 дауалау-иҫкәртеү медицина учреждениеһы көн һайын халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтте. Республика ауылдарында һаулыҡ һаҡлау эшенә иғтибар арттырылды. Медицина ярҙамынан һәр кем файҙалана алырлыҡ булһын өсөн аҙ халыҡ йәшәгән тораҡтарға 21 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ете күсмә флюорограф алынды. Модулле конструкциялар нигеҙендә былтыр 28 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм бер табиплыҡ амбулаторияһы төҙөлдө. Улар янына дүрт капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты өҫтәлде. Әле республикала ошондай тағы ла 13 фельдшер- акушерлыҡ пункты төҙөлә.
33 поликлиника “Тәүге медик- санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыу барышында үҫештең нигеҙ өлөшөнә етешә алды. Алдынғы биш поликлиника эшмәкәрлеге республика һәм “Росатом” дәүләт корпорацияһы наградалары менән билдәләнде. Һаулыҡ һаҡлау тармағын һанлаштырыуға ярашлы, 132 медицина ойошмаһы мәғлүмәт-коммуникация ҡорамалдары менән йыһазландырылды. Табиптар өсөн 3656 компьютер, ашығыс ярҙам бригадалары өсөн 345 планшет , 708 принтер, 143 электрон сират комплекты алынды.389 фельдшер-акушерлыҡ пункты Интернет селтәренә тоташтырылды.
Ошо ҡоро һандар артында – профессионализм һәм Гиппократ антына тоғролоҡ, миһырбанлыҡ һәм шәфҡәтлелек, кеше хәленә инә белеү һәм һәр секундта ярҙамға килеүгә әҙерлек ята. Хәҙерге ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәре яңы инфекция менән көрәштең алғы һыҙығында. Пандемия шарттарындағы эш - көндәлек табиплыҡ батырлығы, үҙ бурысыңа тоғролоҡ. Бөгөн һис ҡасан да булмағанса медицина хеҙмәткәрҙәренең иң яҡшы кешелеклелек һәм профессиональ сифаттары сағыла. Медицина хеҙмәткәренең образы гуманизм һәм ҡыйыулыҡты кәүҙәләндерә, яңы быуын өсөн сағыу миҫал да ул.
Республика тарихында тәүге тапҡыр 26 июндә медицина хеҙмәткәрҙәрен наградлау церемонияһы һәм парад үткәреләсәк. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында, социаль селтәрҙәрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә телемарафон башланасаҡ, ҡарарға онотмағыҙ! Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары менән ҡотлайыҡ һәм аҡ халатлы батырҙарға ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен белдерәйек. Телемарафон йома көндә сәғәт 12 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында башланасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: