Йәй йылы көндәр менән ҡыуандырыуын дауам итәсәк. Республиканың үҙәк райондарындағы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ҙа бер аҙ туҡтап тороп, шишәмбегә һауа торошо 30 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Урал аръяғы райондарында көндөҙ +33 градусҡаса тиклем эҫелек көтөлә. Был төбәк халҡы күптән ямғыр көтһә лә, синоптиктар ундай хәбәр менән ҡыуандырырға ашыҡмай.
Төндәге һауа температураһы ла ныҡлап йылынды, ул +14...+16 градус арауығында тирбәләсәк.
Аҙна аҙағына табан (йома-йәкшәмбелә) республиканың үҙәк, төньяҡ, көньяҡ-көнбайыш райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, әммә һауа температураһының түбән төшөүе көтөлмәй – йылы көндәр дауам итәсәк.