Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2020, 17:49

"Былай булғас, улар иҫәндер..."

Артем Мазов менән уның ике улы октябрь аҙағында юғалғайны.

Уларҙы эҙләү тәүге айҙарҙа бик әүҙем ойошторолдо. Полиция, тәфтишселәр, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр – бер кем дә ситтә ҡалманы. Водолаздар иһә боҙ ятҡансы йылға төптәренән эҙләне. Ул саҡта һөҙөмтә булманы. Уларҙың ҡайҙалығына ишара яһарлыҡ бер генә эҙ ҙә табылманы.
Һәм бына уларҙың ғәйеп булыуына ете ай ҙа тулып үтте. Тик балаларҙың әсәһе Эльмира Мазова һаман да ире һәм улдары иҫән, өйҙәренә ҡайтыр тип ышана.
Ошо көндәрҙә “КП-Уфа” баҫмаһы уның менән йәнә бер тапҡыр аралашҡан. Эльмира белдереүенсә, ҡотҡарыусылар уларҙы һыу төбөнән эҙләүҙе яңыртҡас, Ағиҙел төбөн Бөрө ҡалаһына тиклем тикшергәндәр, тик әлегә бер һөҙөмтә лә юҡ.
"Мин уларҙы иҫәндәрҙер тип уйлайым - йылғанан тапмайҙар бит. Барыһы ла яҡшы булыр тип ныҡ өмөтләнәм", – тигән ҡатын. Әйтеүенсә, тәфтишселәр уға нисек эшләгәндәрен һөйләмәй, шуға күрә аныҡ ҡына бер ни ҙә белмәй.
Билдәле булыуынса, тәфтишселәр йәнә Артем Мазовтың атаһы менән әсәһенән һорау алған. Ҡайһы бер матбуғат саралары белдереүенсә, эште яңы тәфтишселәргә тапшырғандар. Шулай булғас, бәлки, яңы һөҙөмтәләр булыр.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: