«Йәнтөйәк»
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 11:58
Аҡса һигеҙ көндә күсә!
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Балаларҙы яҡлау көнөндә күптәр матди ярҙам алды: Рәсәй Пенсия фонды өс йәштән 16 йәшкәсә балалары булған ғаиләләрҙең банк иҫәбенә һәр бала өсөн 10-ар мең һумлыҡ бер тапҡыр түләнә торған пособиены күсерҙе.
Финанс саралары 14,6 миллион бала өсөн күсерелгән. Был - Президент указына ярашлы ярҙам күрһәтеләсәктәрҙең яртыһынан күберәге. Пособиеларҙың дөйөм суммаһы 146 миллиард һум тәшкил икән.
Пенсия фонды шулай уҡ был пособиены түләүҙән баш тартҡан осраҡтарҙың сәбәптәрен дә аңлатҡан. Шулай итеп, ғариза биргән ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителһә; Рәсәй гражданы булмаһа йә сит илдә йәшәһә; ғаризаны бер үк бала өсөн ҡабаттан бирһә; ғаризалағы мәғлүмәттәр дөрөҫ булмаһа түләү булмаясаҡ.
1 июндәге түләүҙәр 22 майға тиклем ғариза биреп өлгөргән ғаиләләргә күсерелгән. Регламентҡа ярашлы, ғариза биш көн ҡарала, аҡса иһә өс көн эсендә банк иҫәбенә күсергә тейеш. Һигеҙ көн ваҡыт – ғаризаны ҡарау өсөн максималь осор, уның хатта аҙыраҡ та булыуы ихтимал. Ошо уҡ ваҡыт арауығы ял көндәрендә бирелгән ғаризаларға ла ҡағыла.
Фото: ugorizont.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: