Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 10:57

Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө нисек үтәсәк?

Башҡортостан Башлығы указы менән 2 май Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тип иғлан ителгәйне. Тик, быйылғы эпидемиологик хәлгә бәйле, уны 6 июнгә күсерергә хәл ителде.

Шулай итеп, 6 июндә барлыҡ зыяраттар асыҡ буласаҡ. Теләгән һәр кеше унда ауырлыҡһыҙ барып-ҡайта алһын өсөн муниципалитет етәкселәре уларға тиклем маршрут ойошторорға тейеш. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Бынан тыш, зыярат биләмәһе, кәртәләр тәртипкә килтерелергә, ингән урындар буялырға, йәйәүлеләр юлы асфальт менән түшәлгән булырға тейеш. Шулай уҡ сүп-сар сығарыуҙы ла ойоштороу мотлаҡ. Һәр зыяратҡа ингән урында мәғлүмәт стенды ҡуйылырға тейеш. Унда зыяраттың схемаһы, унда булыу ҡағиҙәләре, эш режимы, бында ерләнгән билдәле шәхестәр, хәрби хәрәкәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында белешмә урын аласаҡ. Бындай ҡарарҙы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы эшләп сығарған. Ул турала министр Борис Беляев еткерҙе.
6 июндә зыяраттарҙы йыйыштырыу буйынса ойошторолған өмәләрҙә коммуналь хеҙмәттәр, предприятиелар һәм унда ерләнгән кешеләрҙең яҡындары ҡатнашасаҡ. Ирекмәндәр ҙә ярҙам күрһәтәсәк, улар кешеләр тарафынан социаль дистанция үтәлеүен тикшерәсәк.
“Башавтотранс” был көндә Өфө зыяраттарын түбәндәге график буйынса хеҙмәтләндерәсәк. Автобустар иртәнге 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем йөрөйәсәк. Көньяҡ зыяратты 29 маршрут хеҙмәтләндерә. Бөтәһе 180 рейс башҡарыласаҡ тип күҙаллана.
Төньяҡ зыяратты 25 автобус хеҙмәтләндерәсәк, 200 рейс планлаштырылған.
Автобустар пассажирҙар һанына ҡарап һәр 5-10 минут һайын йөрөп торасаҡ. Кешеләр артһа, транспорт тағы ла күбәйтеләсәк.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: