Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 01:15

Балалар баҡсалары ҡасан асыла?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бөгөн үткәргән онлайн брифингта мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин дә ҡатнашты. Ул коронавирусҡа бәйле сикләү саралары осоронда балалар баҡсаларының эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙарға туҡталды.

Күптәрҙе, ысынлап та, балалар баҡсаларының ҡасан ҡәҙимге эш режимына күсеүе йәки дежур төркөмдәрҙе арттырыу мәсьәләһе борсой.
"Ғаризалар һаны, баҡсалағы урындарға ихтыяж мәсьәләһе көн һайын иҫәпкә алына, тикшерелә. Дежур төркөмдәр ҙә яйлап арта бара. Әммә ундағы эш үҙенсәлектәре һаҡлана – береһендә балалар 15-тән артмаҫҡа һәм барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Атап әйткәндә, һүҙ термометрия, төркөм-ара һәм бергә үткәргән сараларҙы тыйыу, саф һауала йөрөгәндә төркөмдәрҙең бер-береһе менән осрашмауы кеүек талаптар хаҡында бара", - тине Илдар Мәүлетбирҙин.
Фото: krskstate.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: