Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 13:19

Эльза Сыртланова эштән китте

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова вазифаһын ҡалдырҙы.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул бөгөндән унда эшләмәйәсәк – үҙ теләге менән эштән киткән. Артабан Өфөләге 38-се поликлиниканың баш табибы итеп тәғәйенләнер тип көтөлә.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһын Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының баш табибы Шамил Булатов етәкләйәсәк.
Мәғлүм булыуынса, республиканың төп медицина учреждениеһы булып торған был дауахана коронавирус инфекцияһы таралыу сығанағына әйләнде. Генераль прокуратура ундағы хәлде күҙәтеүгә алды.
Фото: Ғ. Ҡыуатов исемендәге РКД-ының рәсми сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: