Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 20:03

Хат ташыусылар һаҡлыҡ сараһын күрергә тейеш

Коронавирус сире 65 йәштән өлкәнерәк кешеләргә айырыуса хәүефле. Уларҙың күбеһенә пенсияны хат ташыусылар килтерә. Әле иһә пенсияны тапшырғанда оло йәштәге граждандарҙың именлеген тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелә.

– Беҙ был мәсьәлә буйынса кәңәшләштек һәм пенсионерҙар менән бәйләнешкә ингәндәрҙең барыһы ла, тәү сиратта, почта хеҙмәткәрҙәре, һаҡлағыс кейем кейергә тейеш, тип килештек, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән коронавирус сиренең таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив кәңәшмәлә.
Әммә ғәмәлдә хәл башҡасараҡ икән. Хат ташыусылар битлек кеймәй, һаҡлыҡ ғәмәлдәрен башҡармай, эшкәртеү сараларын тәьмин итмәй. Бер почтальон яҡынса 500 пенсионер менән эшләй.
– Һаҡлыҡ саралары үтәлмәһә, һөҙөмтәләрҙең ҡот осҡос булыуы ихтимал, – тине Андрей Назаров. – Беҙҙең төп бурыс – республика халҡы тураһында хәстәрлек күреү, был йәһәттән беҙ алдан уҡ күҙаллап эш итергә тейешбеҙ.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: