Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 18:16
Сирлеләр араһында ауырлы ҡатындар юҡ!
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн рәүештә үткәрелгән сираттағы брифингта фейк, йәғни ялған яңылыҡтар мәсьәләһенә тағы берҙе туҡталдылар.
Мәҫәлән, интернетта фатирҙар-йорттар буйлап, йәнәһе, мутлашыусылар йөрөй, дезинфекция үткәреү һылтауы менән талап сығалар икән, тигәнерәк хәбәрҙәр осраны. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкиле Максим Родионов был йәһәттән полицияға мөрәжәғәттәрҙең булманыуы белдерҙе, шул уҡ ваҡытта медицина тәғәйенләнешле тауарҙарҙы интернет аша һатып алғанда һаҡ булырға ҡушты – мутлашыусылар осрап тора.
Баш ҡаланың бала табыу йорттарының береһендә коронавирус менән сирләгән өс ауырлы ҡатын ята икән тигән хәбәр ҙә – ялған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Унан тыш, бөгөн коронавирус йоҡҡан тигән шик аҫтында дауаханаларҙа ятыусылар араһында ла ауырлылар юҡ.
Ғөмүмән, ошо тынғыһыҙ осорҙа фәҡәт дөрөҫ сығанаҡтарға таянығыҙ, мәғлүмәтте рәсми сайттарҙан алығыҙ, тип тағы берҙе иҫкәртәбеҙ һеҙҙе, хөрмәтле яҡташтар!
Фото:dreamstime
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять