Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 13:05

Фейктарға ышанмағыҙ, мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан алығыҙ!

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән бөгөнгө брифингта фейктар буйынса һорауҙарға ла яуаптар булды.

“Өфөнө ябалар икән”, “Ҡаланы хәрбиҙәр урата”, “Башҡа ҡалаларға ла индермәйҙәр”... Ошондай хәбәрҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, социаль селтәрҙәрҙә, төрлө сығанаҡтарҙа таралып тора. Быларҙың береһе лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй!
Махсус указдар ярҙамында нығытылған юғары әҙерлек режимы дауам итә, үрҙә телгә алынған ҡәтғи саралар күрелмәй. Граждандарҙан яуаплылыҡ һәм билдәләнгән режимды тотоу талап ителә.
Фото: proufu.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: