Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 16:31

Үҙаллы изоляция режимын боҙоусылар һаман күп

“Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов белдереүенсә, 1 марттан алып Башҡортостанға сит илдәрҙән алты меңдән ашыу кеше ҡайтҡан. Уларҙың бөтәһе лә контролдә һәм кәрәк булған саҡта анализдар тапшыра. 28 мартҡа ҡарата 2953 кеше тикшерелгән. Был турала ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында һөйләне.

Ҡайтҡан кешеләрҙең өс мең самаһы Европа илдәрендә булған, ҡалған өс меңе Тайланд, Вьетнам, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге кеүек илдәрҙә ял иткән.
Аэропорттың халыҡ-ара терминалында көсәйтелгән контроль ойошторолған. Ял көндәрендә сит илдән рейстар булмаған.
Әлеге ваҡытта сит илдәрҙән ҡайтҡандарҙың үҙаллы изоляция режимында ултырыуы тикшерелә. 24-28 мартта 3464 кеше тикшерелгән, уларҙың 1710-ы - Өфөлә. Режимды боҙоуға бәйле барлығы 173 осраҡ асыҡланған. Уларҙың 79-ы баш ҡалала. 19 протокол төҙөлгән, 60 кеше үҙаллы изоляция тамамланғас, протокол төҙөргә саҡырылған. Уларҙың барыһына ла штраф түләргә тура киләсәк.
- Оноторбоҙ һәм ғәфү итербеҙ, тип уйламағыҙ. Вирусты еңгәс, режимды боҙған һәр кем тейешле язаһын аласаҡ, - тине был турала Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, әле республикала 795 кешенең ике аҙналыҡ карантин ваҡыты тамамланған.
Сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең үҙаллы изоляцияла ултырыуын 216 махсус мобиль бригада тикшерә.
Ә инде коронавирусҡа бәйле хәлдәр үҙгәргәндән алып 29 мартҡа тиклем республикаға сит илдәрҙән бөтәһе 9346 кеше ҡайтҡан, уларҙың 8648-һе тикшерелгән. Өй буйлап йөрөп сығыу шуны күрһәткән: 2,5 мең кеше күрһәтелгән адрестар буйынса йәшәмәй. Бындай осраҡтарҙа уларҙың йәшәү урыны Эске эштәр министрлығы аша табыла.
Халыҡтың 15 проценты - 1299 кеше тәүге тапҡыр килгәндә өйҙә булмаған. Икенсе мәртәбә килгән саҡта 60 проценттың өйҙә булыуы асыҡланған. Үҙаллы изоляцияны боҙғандар тураһындағы мәғлүмәт “Роспотребнадзор”ға тапшырыла бара.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: