Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2020, 14:12

Блогерға ниндәй яза бирелде?

Карантин ҡағиҙәләрен боҙған блогер Гүзәл Шәрәфетдинова тураһында яҙғайныҡ инде.

Ул ире һәм алты айлыҡ ҡыҙы менән Тайландтан ҡайтҡас, башҡалар кеүек ике аҙналыҡ карантинға ултырмай, киреһенсә, районда йәшәгән әсәһенә ҡунаҡҡа сығып китә, аҙаҡ магазиндар буйлап йөрөй. Шуныһы, ул был турала социаль селтәрҙәр аша бар халыҡҡа күрһәтә һәм өйҙә ултырмаҫҡа йыйыныуы тураһында агрессив рәүештә хәбәр итә.
Донъяға ҡурҡыныс инфекция янаған саҡта бындай ҡылыҡ күптәргә оҡшамай, әлбиттә. Был хәл Башҡортостан Башлығына тиклем барып етә, ул блогер ҡатынды табырға һәм яза сараһын күрергә ҡуша.
Һәм бына бөгөн “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, блогерға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмаясаҡ. Ул штраф менән генә ҡотоласаҡ. Әлеге ваҡытта Гүзәл ғаиләһе менән өйҙә ултыра һәм бер ҡайҙа ла сыҡмай.
Карантин ҡағиҙәләре һәр кемгә лә ҡағыла. Был осраҡта аңлы булырға, үҙеңде һәм башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа кәрәк.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: