Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 11:54

Сәсеңә сал йүгерһә...

Ғәҙәттә 30-35 йәштән һуң башта ара-тирә ағарған сәс бөртөктәре күренә башлай. Бының хатта 25 йәш тирәһендәгеләрҙә лә булыуы мөмкин. Табиптар сәстең йәшләй ағарыу сәбәбен иң элек нәҫелгә бәйләп аңлата.

Әммә, генетика үҙенсәлектәренән тыш, ҡалҡан биҙендәге, гормондарҙағы кәмселектәр, шәкәр сире, аҙ ҡанлылыҡ та сәстәрҙең “тыумаҫ борон” ағарыуына килтерергә мөмкин. Шуға күрә киҫекмәҫтән медицина тикшереүе үтергә кәрәк.

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, туйғансы йоҡламау, организмға аҡһым, B, D витаминдары, цинк, тимер, кальций етмәү ҙә сәстәргә ваҡытынан алда сал йүгереүгә килтерә. Шуға ла стрестарға юл ҡуймағыҙ, ял итә-итә эшләгеҙ, тәбиғәттә йышыраҡ булырға, көн һайын һигеҙ сәғәт йоҡларға тырышығыҙ.

Сәстәрҙең төҫөн, ныҡлығын һаҡлау өсөн кәрәкле микроэлементтарҙан торған ит, йомортҡа, диңгеҙ аҙыҡтары, әсе һөт ризыҡтары, йәшелсә, борсаҡ, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәр, сәтләүек һәм көнбағыш ашағыҙ.

Баш тиреһендә ҡан әйләнешен яҡшыртыу, сәсте туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итеү өсөн көн һайын баш тиреһенә 5-7 минут дауамында массаж (бармаҡтар йәки массаж тарағы менән) яһағыҙ.

Сәстәргә ара-тирә маска яһарға онотмағыҙ. Кесерткәндән айырыуса файҙалы һанала. Бының өсөн бер-ике аш ҡалағы кипкән кесерткән япрағына һәм төҫһөҙ ҡынаға ҡайнар һыу һалып, бутҡа хәленә килтерергә, шуға бер сәй ҡалағы кастор майы, бер аш ҡалағы бал өҫтәп болғатырға. Йыуылған сәстәргә ошо ҡатнашманы һыларға һәм, полиэтилен башлыҡ кейеп, 30-40 минут тоторға кәрәк. Был маска сәстәрҙең ҡойолоуын кәметә, уларға еңелсә генә төҫ бирә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: