Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 17:16

Һорауҙар булһа, шылтыратығыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү һәм килеп тыуған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында республикала “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолған. Һәр кем үҙен борсоған һорау менән шылтыратып, белгестәрҙән яуап алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы ла Рәсәйҙең һәр төбәгендә “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй, тип тағы берҙе иҫкәртә.
Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәгенең “ҡыҙыу телефон”ы – 8-800-555-49-43. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй, белгестәр COVID-19 буйынса төп һорауҙарға яуап бирә, шулай уҡ ҡытай телендә лә консультация алырға мөмкин.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының да тәүлек әйләнәһенә эшләгән күп каналлы “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары бар: 8 (347) 286-58-27, 8 (347)-279-91-20.
Шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дә “ҡыҙыу бәйләнеш” номеры эшләй: 8 800 2000 112 һандарын йыйып, коронавирус буйынса борсоған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
Фото рәсми сығанаҡтарҙан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: