Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 13:40

Илүзә ӘХМӘТШӘЙЕХОВА

Асҡын районының йәмле Төлгөҙбаш ауылында тыуып үҫтем.

Ғаиләлә беҙ өс бала: ағайым һәм ҡустым бар. Әсәйем яғынан тамырҙарым Бөрйән районына барып тоташа.
Бала саҡтан шахмат һәм шашка менән мауыҡтым. Ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, урындар яулай инем.
2015 йылда Асҡын ауылының 1-се урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына уҡырға индем. Әле мин филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-рус бүлегендә 5-се курс студентымын.
Уҡыуымды матур итеп тамамлап, артабан алған һөнәрем буйынса эшкә урынлашырға теләйем.


Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат ИШНАЗАРОВ


Читайте нас: