Был яңылыҡ пенсияны күсереү өсөн иҫәпте 2017 йылдың 1 июненә тиклем асҡан кешеләргә ҡағыла. Тап 1 июндән һуң банкта пенсионерҙарға “Мир” милли карталары тапшырыла башланы. Картаһын ваҡытында алмаштырып өлгөрмәгәндәр 1 июлдән һуң пенсияһын ала алмаясаҡ.
Банк аҡсаны Пенсия фондына кире ҡайтарһа, уны юллау ҡыйынға төшәсәк. Әйткәндәй, Рәсәй пенсионерҙары пенсияһын банк картаһына йәки вклад буйынса иҫәпкә күсертеү, йә булмаһа почта аша алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото:
ferra.ru