“Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсының муниципаль этабында 464 ҡатнашты. 54 райондың 52-һе мәртәбәле бәйгелә көс һынашты.
Район күләмендәге конкурста еңгән ауылдар республика этабына үтте. 47 ауыл йәнә айыҡлыҡҡа өндәгән саралар үткәрҙе, ауыл халҡының сәләмәт тормош алып барыуы тураһында социаль селтәрҙәрҙә бәйән итте, тотош республикаға өлгө бирерҙәй үҙенсәлекле алымдар ҡулланды.
“Башҡортостандың иң айыҡ ауылы” исемен кем алыр? Быны белер өсөн күп ваҡыт ҡалманы.