Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 13:17

Сәс ҡойолмаһын өсөн

Йәшел дарыухана

Бер литрлыҡ банкаға һуған ҡабығын тултырырға һәм бер ҡап ҡәнәфер (гвоздика) һалып, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға. Даими рәүештә болғатып тороп, 10 көн ҡараңғы урында тоторға. Сәсте йыуыр алдынан тамырҙарына ошо төнәтмәне һөртөргә. Һуңынан полиэтилен ҡапсыҡ менән ҡаплап, башты таҫтамал менән урарға. Ике-өс сәғәттән һуң сәсте йыуырға. Бер нисә тапҡыр ошо процедураны ҡабатлағандан һуң, сәсегеҙҙең ҡойолоуы кәмер, улар ҡуйырып, матурайып китер.
Фото:В контакте
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: