Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 16:58

Кешенең холҡон яҙыуынан белеп була

Һеҙҙең яҙыуығыҙ ниндәй? Түбәндә яҙғандар тура киләме һеҙгә?

Аҫып яҙыу.Ныҡ баҫып яҙған кешеләрҙе ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмай, тип һанайҙар. Проблемаларҙы хәл итергә яратмаған кеше еңелсәрәк яҙа.
Хәрефтәр. Хәрефтәр өҫкә табан тартылһа, яҙған кеше үҙ-үҙенә ышана, оптимист. Әгәр йәйелеберәк торһалар – был инде юғары социаль активлыҡ тураһында һөйләй. Ослайыбыраҡ торған хәрефтәр конфликтҡа, хәл-ваҡиғаларҙы ҡатмарлаштырырға яратыусан кешегә хас. Түңәрәкләберәк торһалар,уны яҙыусы кеше компромисҡа әҙер һәм йомшаҡ характерлы. Хәрефтәр араһындағы аралыҡ булмауы кешенең аралашыусан булыуына баҫым яһай.
Юлдар. Әгәр юлдар араһындағы арауыҡ ҙур икән,тимәк, был кеше уйлағанын тура әйтеп һалып бармай. Юл аҙағында һүҙҙе һыйҙырып бөтөрөргә тырышып бөгөлһә, был яҙған кешенең һәр ваҡыт өлгөрә алмай йонсоуы тураһында һәйләй.
Ауышлыҡ. Хәрефтәр вертикаль торамы? Тимәк, ҡарар ҡабул иткәндә ул айыҡ аҡылға ышана. Уң яҡҡа ауыш булһа, яҙған кеше бик эмоциональ. Әгәр ҙә бер генә хәреф йүнәлешен үҙгәртеберәк торһа, тимәк, кеше ниндәйҙер кимәлдәге үҙһүҙлелеге менән ғорурлана ала. Һулға ауышлыҡ, « Мин бер кемгә лә оҡшамағанмын» тигәнде аңлата.
Фото: bmiimaging.com
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в