Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 12:50

Газ буйынса...

Республика башлығының сәхифәһенә Ейәнсура районынан газ мәсьәләһе буйынса яҙҙылар. Айырата әйткәндә, күпселеген пенсионерҙар йәшәгән Урта Муйнаҡ ауылына һаманғаса газ үткәрелмәгәненә зарландылар.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов быға яуаплап, тораҡ пункттарына зәңгәр яғыулыҡ «Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең инвестицион проекттары иҫәбенә үткәрелеүен хәбәр итте: "Ейәнсура районына газ үткәреүҙең генераль схемаһы эшләнгән, унда райондың бөтә ауылдары ла, шул иҫәптән Урта Муйнаҡ та индерелгән. Бөтә тәҡдимдәребеҙ инвестиция эшмәкәрлеге планына индереү өсөн «Газпром»ға ебәрелгән. «Газпром»дың етәкселеге ыңғай ҡарар ҡабул итһә, газ мәсьәләһе хәл ителәсәк".
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: