Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса фән кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлау буйынса Диссертация советы асылды.
Был хаҡта РФ Мәғариф һәм фән министрлығы приказына ҡул ҡуйылған.
Башҡорт теле йылында донъялағы берҙән-бер Диссертация советының асылыуы (дөрөҫөрәге, тергеҙелеүе) - шатлыҡлы күренеш. Юғары уҡыу йортондағы советтың яңы һулыш алыуы фән эшмәкәрҙәренә оло дәртләндереү сараһы буласаҡ, ғилми кадрҙар әҙерләүҙең сифатын күтәрерәсәк, тигән фекерҙә етәкселек. “Республика Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Башҡорт филологияһы буйынса диссертация советы тап уның ярҙамы менән асылды”, - ти БДУ ректоры Николай Морозкин.