Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 13:13

Халыҡ "Алға"ны һайлай

Өфө буйлап юл йөрөүе уңайлашҡандан-уңайлаша хәҙер. Бысраҡ “Пазик”тар урынына яңы автобустар күренә, хаҡ түләү ҙә ҡулайлашты: бөтә транспорттарҙа ла тиерлек терминалдар ҡуйылған.

Водителдәрҙең ҡайһы берҙәре был өлкәләге үҙгәрештәргә башҡа ҡырталашып маташты, ошо сәбәпле хатта пассажирҙарға ҡарата дорфа ҡыланған, терминалдарҙы йәшереп ҡуйған осраҡтары ла булды.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты: ҡала транспорттарында ҡулаҡса биреүселәргә ҡарағанда “Алға” картаһы менән түләүселәр һаны күберәк. Республика етәксеһе белдереүенсә, шулай ҙа ҡайһы бер автобус маршрутын ойоштороусы шәхси эшҡыуарҙар һаман ҡаршылашыуын дауам итә, терминал аша түләү системаһына күсергә ашыҡмай. Ундайҙарға ҡаршы 1 июлдән алып махсус санкциялар, штрафтар, хатта лицензияларын тартып алыу осраҡтары янаясаҡ.
“Алға” берҙәм транспорт йәки банк карталары менән юл хаҡын түләү был тармаҡтағы кимәлде контролдә тоторға ярҙам итә. Ә пассажирҙарға ҡарата был ысул иң тәүҙә уңайлылығы, шулай уҡ юл хаҡының осһоҙораҡҡа төшөүе (“Башавтотранс” автобустарында транспорт картаһы менән юл хаҡы 20 һум, ҡулаҡса менән 25 һум) менән файҙалы.
Автор фотоһы.
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: