Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 12:12
Ҡыш бирешергә теләмәй
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа.
Көньяҡ-көнсығыштан иҫкән ел әкренләп төньяҡҡа күсә. Һауа температураһы төндә 4-9, аяҙытҡанда 16 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы була.
6 мартта яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 8-13, урыны менән 15-20 градус һалҡын, көндөҙ 3 градус һалҡындан 2 градусҡа тиклем йылы була.
7 мартта яуым-төшөм күҙалланмай. Температура төндә 5-10, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 12-17 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем йылы була.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла