Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 16:21

Һатыусылар алдашһа...

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнө уңайынан БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «ҡыҙыу бәйләнеш» асты.

Әгәр ҙә һеҙҙе супермаркеттарҙа алдайҙар, сифатһыҙ тауар һаталар, сауҙа өлкәһендә закон боҙоу күренештәре бар икән, (347) 218-09-78 телефонына шылтырата алаһығыҙ.
Ведомство белгестәре консультациялар бирә, кәрәк булһа, дәғүәләр төҙөүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Мөрәжәғәттәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Фото: twitter.com
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: