Йәнтөйәк
+6 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Марта 2020, 12:15

Рәмилгә нимә янай...

Мәскәү ҡалаһындағы В.П.Сербский исемендәге институт экспертизаһы Байкал аръяғындағы хәрби часта һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Төмән егете Рәмил Шәмсетдиновты үҙ аҡылында тип тапҡан.Әле Рәмилде “Бутырка” тикшереү изоляторынан Чита өлкәһенә ебәргәндәр. Һалдатты унда тағы ла суд көтә.

Белеүегеҙсә, Рәмил Шәмсетдинов 2019 йылдың 25 октябрендә ҡарауылдан һуң ике офицерҙы һәм алты һалдатты атып үлтерә. Ул сәбәбен хәрби частағы бабайлыҡ менән аңлата, уның аңлатыуынса, уны даими туҡмайҙар, йыш ҡына мыҫҡыл итәләр, хатта аҡса таптырғандар.

Үкенесле, әлбиттә, Рәмилде Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-Яза кодексының “Үлтерү” статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр. Әгәр ҙә һигеҙ хеҙмәттәшен алдан уйлап үлтергәне иҫбат ителә ҡалһа, Рәмилде ғүмерлеккә төрмәгә ултыртасаҡтар. Ә Рәмилгә түҙемлек, туғандарына сабырлыҡ теләйек...
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас