Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 18:01

Эштән киткәс кенә...

2016 йылдан алып эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы эштән киткән көндән алып индексациялана. Аҡсаны ҡайтанан нисек иҫәпләйәсәктәр, ул күпмегә артасаҡ? Ошо хаҡта Пенсия фонды башлығы Максим Топилин аңлатма бирҙе.

Уның әйтеүенсә, эштән киткәндән һуң граждандың йыйылған шәхси пенсия коэффициенттары уларҙың бөгөнгө ҡиммәтенә ҡабатлана. 2020 йылда был ҡиммәт 93 һум тәшкил итәсәк.

Аҙаҡ ошо суммаға билдәләнгән түләүҙәрҙең актуаль дәүмәле өҫтәлә, быйыл ул 5686,25 һум тәшкил итәсәк. Әгәр пенсионер яңынан эшкә урын­лашһа, индексация һөҙөмтәһендә арт­ҡан аҡса кире ҡайтарылмай, пенсия күләме үҙгәрмәй. Был ҡарарҙы белгестәр ололар өсөн ыңғай хәл тип баһаланы.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас