18 февраль - Халыҡ-ара билмән көнө билдәләнә. Кемдәр генә яратмай икән билмәнде, һәр халыҡ уны үҙенсә бешерә. Кемдер ит, икенселәре картуф, хатта ҡабаҡтан, кесерткән, укроптан эшләүселәр ҙә бар. Шулай ҙа беҙҙең өсөн үткәрелгән иткә бер аҙ картуф, һуған, төрлө тәмлекәстәр һалып, йомшаҡ һәм йоҡа ҡамырҙан әҙерләнгәненә етәме ни?! Бала саҡта билмәнде күмәкләшеп ултырып, ҡул менән бөгөүселәр ҙә булғандыр әле. Хәҙер магазин кәштәләрендә билмәндәрҙең ниндәйе генә юҡ! Йәнең теләгәнде һатып ал, тик үҙ ҡулдарың менән эшләүгә етәме ни...
Әйткәндәй, ошо ял көндәрендә Бөрө ҡалаһының брендына арналған “Бөрө билмәндәре” тип аталған тәүге фестиваль үтте. Байрам ҡунаҡтары “Өс билмән” продукцияһына дегустация үткәрҙе, “Халыҡ тауышы” контроль һатып алыу конкурсында ҡатнашты, билмәнгә арналған таҡмаҡтар бәйгеһендә сығыш яһаған иң яҡшы коллективтарҙы тыңланы.
Билмән - бөгөн күптәрҙең иң яратҡан ризығы ғына түгел, ә табын түрен яулай барыусы аш-һыу төрҙәренең береһе. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, оҫта хужабикәләр Халыҡ-ара билмән көнө уңайынан бөгөн өҫтәлдәребеҙҙә яратҡан аш-һыуыбыҙ урын алһын. Билмәндәрегеҙ тәмле булһын!