Өйрәнеүселәр араһында район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Ҡариҙел районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Камил Солтанов та бар ине.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Луиза Кирәева етәкселегендә “студенттар” башҡорт теле нигеҙҙәрен өйрәнде, һөйләшеү күнекмәләрен нығытты. Был кем өсөндөр һөнәри талап булһа, башҡалар өсөн шәхси ҡыҙыҡһыныу ине.
Шулай уҡ муниципалитеттың дөйөм белем биреү учреждениеларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары квалификация күтәреү курстарын сираттағы тапҡыр үтте.
Луиза Кирәева билдәләүенсә, тел — төрлө кешеләр араһында аралашыу ҡоралы ғына түгел. Туған башҡорт теле — Башҡортостан Республикаһы дәүләт теленең кеше тормошондағы әһәмиәте бик тәрән һәм мөһим, уны белеү бөгөн мотлаҡ.
“Нисә тел белһәң — һин шунса ҡәҙәр кеше”, тигән боронғо аҡыл эйәләре. Ошо һүҙҙәр менән килешмәйенсә мөмкин түгел, сөнки донъяны аңлауыбыҙ сиктәрен телде белеү арҡаһында ғына киңәйтәбеҙ.
Тимур Хәлимов фотоһы.