Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 16:20

Таныш булығыҙ - БР Мәғарифте үҫтереү институтының яңы ректоры!

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин БР Мәғарифты үҫтереү институтының яңы етәксеһен күрһәтте.Бынан ары учреждениеның ректоры вазифаһын иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров үтәйәсәк.

Белешмә:
Азат Вәзир улы Йәнгиров 1999 йылда БДУ-ның иҡтисад факультетын "Милли иҡтисад" һөнәре буйынса тамамлаған.
2002 йылда - милли иҡтисад кафедраһы буйынса аспирантура тамамлаған. Бер юлы Рәсмәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу өсөн диссертация яҡлаған.
2006 йылда - РФ Юғары аттестация комиссияһы тарафынан доцент ғилми дәрәжәһе бирелгән.
2009 йылда - Һамар дәүләт иҡтисад универститетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған.
2018 йылдан алып Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтын етәкләгән.
Быға тиклем БР Мәғарифте үҫтереү институты менән Башҡортостандың элекке мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова етәкселек итте. Быйыл ғинуар айында ул был вазифаһын бушатты.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас