Йәнтөйәк
+17 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
4 Февраля 2020, 08:03

Эмблема ошо буласаҡмы?

Быйыл беҙҙә - Зауыҡлы биләмәләр йылы (Год эстетики населенных пунктов). Һәр маҡсатлы йылдың да айырым бер саҡырып торған эмблемаһы булды, быныһын халыҡ менән бергә һайларға ҡарар ителгәйне.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының “Бәйләнештә” төркөмөндә 10 варианттан береһен һайларға ине. 3,348 кеше үҙ тауышын биргән. Шуларҙың 585-е (бөтә тауыш биреүсенең 17,47 проценты) бер һүрәткә лайыҡ ҡуйған, был – иң ҙур күрһәткес.
Тимәк, 7-се һүрәтте (фотола) йылдың эстәлегенә тура килерлек, тип тапҡан халыҡ. Нисек, оҡшаймы? Аңлайышлы, ябай, сыбар ҙа түгел, шикелле.
Башҡортсалап тороп матур итеп, хатаһыҙ ғына яҙып та ебәрһәк... Әгәр етәкселек тә хуплаһа. Шунан рәсми иғлан итергә лә була.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас