Бөгөн ҡоро теләк теләп кенә ҡалыу етмәй, уларға “сумып китеп”, барыһын да ваҡлыҡтарға тиклем күҙалларға, хыялдарҙы ҡағыҙға күсерергә, тулы бер теләк картаһы эшләргә кәңәш итеүҙән тыш, нумерологтар һәм эзотериктар бына тағы нимә ти: “Хыялығыҙҙы ҡабул булғандай күҙ алдына килтерегеҙ, улар тормошҡа ашҡандан һуң тыуған хис-тойғоларҙы кисерергә тырышығыҙ. Теләгәнегеҙҙең һәр деталенә тиклем уйлағыҙ, уны “тотоп ҡарағыҙ”. Барыһына ла ихлас шатланығыҙ.
Был көн шулай уҡ һеҙҙе рәнйеткәндәрҙең барыһын да ғәфү итеү өсөн уңайлы. Һеҙгә уңайһыҙлыҡ, мәшәҡәт, кире уйҙар килтергән кешеләрҙән тыуған кисерештәрегеҙҙән дә арынығыҙ. Һеҙҙең йәшәү энергияғыҙҙы һурып торғандар менән бәйләнеште өҙөп, барыһын да яңынан башлау өсөн дә ҡулай мәл тап бөгөн”.
Мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға, әрләшергә, көнләшергә, үҙеңде бүтәндәрҙән өҫтөн ҡуйырға ярамай. Хәйер, мең йылға бер генә килә торған даталы көндә генә түгел, өҫтәге кәңәштәрҙе көн һайын тотоу ҙа, датаға ҡарамай, һәр беребеҙҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк.