Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 13:10

Грант алам тиһәң, ауылға күсеү шарт

Бөгөн республиканы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур предприятиелар менән бергә фермер хужалыҡтары ла үҙ өлөшөн индерә. Төбәктә алты меңдән ашыу фермер хужалығы, 655 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Улар етештергән аҙыҡтың 620 мең тоннаһы үҙҙәренең ихтыяжына тотонолһа, 35 меңе һатыуға сығарыла. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны 110-дан 317-гә етте. Дөйөм пайсылар һаны 10, 579 мең кешене берләштерә. Был йәһәттән бөтә ил төбәктәренә өлгө булып торабыҙ.

Тап Башҡортостан беренселәрҙән булып кооперацияға берләшеү идея­һын күтәреп сыҡты. Бының төп маҡсаты – ауыл халҡы табышлы эшләһен өсөн килем килтергән предприятиеларҙың эшмәкәрлеген көйләү. Үҫеш стратегияһына ярашлы, 2024 йылға ауыл хужалығы кооперацияларына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл булған 20 мең самаһы кешене йәлеп итеүгә иҫәп тотола, тағы 500 кооператив барлыҡҡа киләсәк. Әлбиттә, дәүләт тарафынан уларға ярҙам саралары күрһәтеләсәк, 2021 йылға тиклем төрлө бюджеттан 818,4 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

“Агростартап” программаһы

“Агростартап” – эш башлаған фер­мерҙарға һәм эшмәкәрлеген грант буйынса ярҙам күрһәтеү милли проек­ты­ның ауыл хужалығы кооперация­һын үҫтереүгә йүнәлтелгән өлөшө. Ул халыҡҡа эш урындары булды­рыуҙы һәм етештереү күләмен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Программа 2019 – 2024 йылдарға фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу, крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары һанын арттырыу, халыҡты тыуған ерендә төпләндереү ниә­те­нән ҡабул ителгән. Уның үҙенсәлеге – эшкә тотонған фермер­ҙарға үҙ хужалыҡтарын үҫтереүгә өс миллион һумға тиклем дәүләттән бушлай ярҙам биреү. Ә яңы эш башлаған фермер­ҙарҙың хужалыҡтары кооперация составында булған осраҡта грантты дүрт миллион һумға тиклем биреү ҡарала. Был сумманың 90 процентын дәүләт бушлай бирә, йәғни уны ҡайтарып биреү талап ителмәй. Шул уҡ ваҡытта фермерҙың үҙендә 10 проценттан кәм булмаған сумманы башлау өсөн тотоу кәрәк буласаҡ.

Мәғлүмәттәр буйынса, гранттарҙы алыусылар араһында күпселеге – йәштәр. Проект шарттары буйынса унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәш сикләнмәй. Иң мөһиме – ул кеше фермер булып теркәлгән һәм ауылда йәшәргә йәки күсеп ҡайтырға тейеш. Беренсе керем дә, башҡа гранттарҙан айырмалы булараҡ, ни бары 10 процент.

Дәүләт ярҙамы, проектына ҡарап, ике – дүрт миллион һум тәшкил итә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары проекттарын 18 ай эсендә тормошҡа ашырырға тейеш.

Нимә эшләргә кәрәк?

Был проект программаһында аҡса алырға теләгән кеше, беренсе сиратта, Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек ми­нистрлығының башҡа гранттарын ал­маҫҡа тейеш. Мәҫәлән, “Эш башлаған фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фер­маһы”...

Бынан тыш, дәүләт ярҙамына дәғүә итеүсенең өс йыл дауамында эшмә­кәрлек менән шөғөлләнмәүе, коммерция ойошмаһын ойоштормауы шарт.

Башҡа гранттарҙан айырмалы булараҡ, “Агростартап”ты шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа алырға хоҡуҡлы. Әммә грант отҡан кеше 30 көн эсендә КФХ булараҡ теркәлергә тейеш.

Аҡсаны нисек тотонорға?

Грант аҡсаһын ауыл хужа­лығында ҡулланыу маҡсаты менән ер майҙан­дары һатып алырға; етештереү һәм ке­ләт булараҡ файҙаланасаҡ бина­ларҙы төҙөргә; төҙөү өсөн документтар булдырыуға; сәнәғәт бинаһына илтә торған юлдарҙы төҙөкләндереүгә; ут, газ үткәргестәр һуҙыуға; мал-тыуар, ҡош-ҡорт (сусҡанан тыш), балыҡ үрсетеүгә; ауыл хужалығы техникаһы һәм ултыртыу өсөн йәшелсә орлоҡтары һатып алыуға һәм башҡа маҡсаттарға тотонорға мөмкин. Уны алған кешегә эш урындарын булдырыу шарты ҡуйыла.

Ярҙам ике миллион һумға тиклем икән – бер, ике миллион һумдан артҡанда, кәмендә ике эш урыны булдырыу мөһим. “Агростартап” аҡсаһы ҡуртымға алынған объекттарҙы төҙөкләндереүгә һәм төҙөүгә тотонола. Ә ул аҡсаға алынған техниканың бер йыл элек кенә сыҡҡан булыуы шарт.

Килешеү нигеҙендә һатып алынған техника биш йыл дауамында һатыл­маҫҡа, ә мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттоң һаны кәмемәҫкә тейеш. Аҡсаны үҙ туғандарың менән бәйле кешеләрҙең хеҙмәтенә түләү өсөн тотоу тыйыла.

Программала ҡатнашыусының алдағы биш йылға грантты үҙләштереү планы булыу мөһим. Йәнә уларҙың шәхесен, хужа­лығының дәүләт теркәүен раҫлаған документ, бизнес-план, һатып алынасаҡ мөлкәт, башҡарыласаҡ хеҙмәттәр тураһында белешмә, финанс сығымдары, һалым органдарына бурысы булмауы, банктан иҫәп-хисап счеттары, хеҙмәт стажын, белеме булыуын раҫлаған документтар һәм уларҙың күсермәләре кәрәк буласаҡ.
Автор: Венер ИСХАҠОВ
Читайте нас: