Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 17:03

Яңы йыл биҙәлеше бәйгеһендә кем еңде?

Оператив кәңәшмәлә Яңы йыл каникулына йомғаҡ яһау дауам итте. Был юлы ошо осорҙа республикаға килгән туристар һаны ҡаралды, район һәм ҡалаларҙы Яңы йылға биҙәү конкурсына йомғаҡтар яһалды.

Туристарға килгәндә, был йәһәттән үҫеш ҙур. Айырыуса тау саңғыһы курорттарына килеүселәр һаны артҡан. Бөтәһе 99 меңдән ашыу кеше булған унда, үҫеш – 53 процент. Тағы бер ыңғай күренеш - быйыл оҙайлы ялдар осоронда музейға йөрөүселәр 42 процентҡа күбәйгән. 28,5 мең самаһы кеше республиканың төрлө музейҙарында булған. “Терра Ҡыш” проектында 50 мең кеше ҡатнашҡан, былтырғы менән сағыштырғанда, 10 процентҡа күберәк.
– Беҙҙең республиканың туристик яҡтан тормошҡа ашырылмаған мөмкинлектәре бик ҙур. Был йүнәлеште үҫтерергә, нығыраҡ өйрәнергә кәрәк. Ул - иҡтисад өсөн дә ҙур файҙа килтерергә тейеш тармаҡ, – тине республика етәксеһе.
Яңы йыл биҙәлеше бәйгеһенә килгәндә, ҡалалар һәм райондар араһында урындар билдәләнде. Ҡалалар араһында беренсе урынға Өфө менән Нефтекама сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың еңеүе, әлбиттә, лайыҡлы. Быйыл ул миллион уттар менән яңыса балҡыны, халыҡты ла, ҡунаҡтарҙы ла матурлығы менән һоҡландырҙы.
Шул уҡ ваҡытта республиканың башҡа ҡалалары ла ҡалышмай, үҙенсәлекле проекттар уйлап таба һәм зауыҡлыраҡ күренергә тырыша. Икенсе урында - Стәрлетамаҡ һәм өсөнсөлә - Туймазы. Райондар араһында урындар былай билдәләнде: беренсе урын – Илеш районы, икенсе урын тәтешлеләрҙә һәм өсөнсө урын Ҡариҙел районында.
Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр аласаҡ. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсе урынға – 200 мең һәм өсөнсө урынға - 150 мең һум. Был йәһәттән Радий Хәбиров күңелле яңылыҡ белдерҙе: ул киләсәктә бүләк күләмен күп тапҡырға арттырырға ҡушты.
– Мин ҡаласыҡтар һәм майҙансыҡтар төҙөгән, халыҡҡа матур байрам кәйефе булдырған барлыҡ хакимиәт башлыҡтарына рәхмәтемде белдерәм. Кешенең күңеле була, күптәр һоҡлана бит. Киләһе йыл тураһында хәҙерҙән уйлай башлағыҙ, ғәҙәти сиктәрҙән сығып, үҙенсәлеклерәк нәмәләр тураһында хыялланығыҙ, – тине ул.
Фото: sterlitamak1.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: