Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 13:25

Тик бала ғына тапһындар

Хөкүмәтебеҙ сабыйҙар күберәк тыуһын өсөн ниндәй генә дәртләндереү саралары күрмәй.Ҡатындар тик бала ғына тапһын.#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Беҙҙең республикала ҡатын-ҡыҙҙарға йылына 10 меңдән ашыу аборт яһала. Рәсәйҙә 500 меңдән ашыу бала тыумай ҡала. Йөккә уҙған ун ҡатындың тик өсәүһе генә балаһын таба.
Республикабыҙҙа демографияны арттырыу маҡсатында «Ғүмер бүләк ит» программаһы әҙерләнде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы аборттан баш тартырға мәжбүр иткән табиптарға премия түләй башлауҙары ихтимал.Йыл һайын программаны ғәмәлгә ашырыуға 5 миллион һум бүленәсәк.
Фото: pxhere.com
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: