Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 18:37

Алтын бәхет килтерәме?

Вахта ысулы менән эшләгән ирҙәр бер нисә ай йәшертен рәүештә предприятиенан бөртөкләп алтын сығара.

Рәсәй Именлек хеҙмәте идаралығының Байкал аръяғы крайы буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан һәм Новосибирскиҙан килгән вахтовиктар тау-байыҡтырыу предприятиеһынан алтын урлап маташҡан.
Үткән йылдың февраль-март айҙарында эш урынынан алтынлы концентратты урлап алып сығып, йәшерәләр. Ҡиммәтле металды бер кемгә һиҙҙермәйенсә үҙҙәре йәшәгән төбәккә алып ҡайтмаҡ булғандар. Әммә уларҙы именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тота. Вахтовиктарҙан 30 кг ҡиммәтле мәғдән тартып алына. Суд уларҙы өс йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм сығарып, шартлы рәүештә ике йылға иркенән сикләй.
Башҡортостандан эшкә барыусы иргә - 100 мең һум, Новосибирскиҙа йәшәүсегә 450 мең һум күләмендә штраф һалына. Белгестәр баһалауынса, тартып алынған сеймалда 6 кг саф алтын, 1 кг тирәһе көмөш бар. Уларҙың хаҡы 17,9 млн һум тәшкил итә.
Тиҙ байығырға теләүселәр нәфсе һәм ҡомһоҙлоҡтарына баш була алмағандыр, күрәһең.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: