Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 16:07

Ҡосаҡлашыу файҙалы, ти...

Баҡһаң, бөгөн Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө икән дә. Был иҫтәлекле датаны (байрам яратһаҡ та, быныһын улай уҡ тип әйтеп булмай ҙа) ике тапҡыр билдәләйҙәр икән: 21 ғинуарҙа һәм 4 декабрҙә.

Ҡайһы бер илдәрҙә үҙҙәренең ҡосаҡлашыу көнө бар. Мәҫәлән, Японияла ул 9 августа.
Көн тарихы былай: ХХ быуаттың 70-се йылдарында Хуан тигән бер йәш кеше Сидней ҡалаһына килә. Бик ауыр мәле булғандыр инде – сит ер, береһе лә уны көтөп тормаған, ярҙам ҡулы һуҙмаған, тигәндәй. Шунан был егет “Бушлай ҡосаҡлау” тип ҡағыҙға яҙған да, аэропорт алдына барып торған. Кешеләр быға аптырап ҡарап уҙған. Әммә... оҡшаштар бер-берһенә тартыла бит – Хуан янына бер ҡыҙ килеп баҫҡан. Уның да тормошо еңел булмаған саҡ икән. Туйғансы ҡосаҡлашып торғандарҙыр инде...
Ғөмүмән, ҡосаҡлашыу файҙалы, ти табиптар. Һине кемдер ҡосаҡлаһа, тынысланаһың, ҡурҡыуын да бөтә, имеш. Ҡан баҫымы нормаға килә, иммунитет нығый, нервы системаһы эше көйләнә.
Тик ҡосаҡлауҙың файҙаһы булһын өсөн кәмендә 20 секунд торорға, ти. Ысынмылыр-бушмылыр, донъяла 31 сәғәт буйы ҡосаҡлашып тороп рекорд ҡуйыусылар бар. Тағы берәү бер тәүлектә 7777 кешене ҡосаҡлаған. Канадала 2010 йылда төркөмләшеп ҡосаҡлашыуҙа иһә 10 554 пар ҡатнашҡан...
Ҡосаҡлауға бәйле бер нисә ҡағиҙә лә бар. Беренсенән, ихлас күңелдән ҡосаҡларға кәрәк. Икенсенән, таныш булмаған кеше һеҙҙе ҡосаҡлаһа, уға асыуланмаҫҡа. Өсөнсөнән, яратҡан кешегеҙгә башҡаларҙы ҡосаҡлауҙы тыймағыҙ.
Фото:vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/osa-lashiu-fay-ali-ti-85841/
Читайте нас: