Айһылыу хатында ағаһы Артур өсөн уңайлы коляска һораған. 15 йәшлек үҫмер балалар церебраль фалижының ауыр формаһы менән сирләй һәм уға алты йыл һайын яңы коляска бирелә. Былтыр уны яңыртырға ваҡыт еткән, тик тәҡдим ителгәндәре Артур өсөн бик уңайһыҙ булып сыҡҡан.
- 31 декабрҙә беҙгә Өфөнән шылтыраттылар һәм ошо сайтҡа инеп, коляска һайлағыҙ тип әйттеләр, - ти үҫмерҙең әсәһе Альмира Заһиҙуллина. - Тәүҙә беҙ быға ышанманыҡ, шулай ҙа сайтҡа инеп һайланыҡ. Бер аҙ ваҡыт үткәс колясканы өйгә килтерҙеләр.
Яңы арба Артур өсөн бик уңайлы, еңел борола, унда серем итергә лә мөмкин. Иң мөһиме - тәнде ныҡлап тотҡан ҡулайламалары бар. Ни өсөн тигәндә парез һәм гипертонус арҡаһында үҫмер кәүҙәһенең торошон үҙе тыңлата алмай.
Заһиҙуллиндар Артурҙың ҡаты ауырыуына ҡаршы бергәләп көрәшә. Үҫмер Дистанциялы белем алыу республика үҙәгендә уҡый. Әсәһе уға компьютерҙа "скайп" тоҡандырып бирә һәм ул тәбиғәт фәндәрен өйрәнә. Математика, рус теле һәм әҙәбиәтен иһә өйгә килеп уҡыталар.
Атайҙары эштә саҡта әсәй кеше улын ҡарай, бер юлы художестволы гимнастика өсөн костюмдар тегә. Был спорт төрө менән ете йәшлек ҡыҙы Айһылыу шөғөлләнгән. Хәҙер ул бейеүгә күскән, ә әсәһе башҡа гимнаст ҡыҙҙар өсөн кейем әҙерләй. Беренсе класта уҡыған Айһылыу мәктәптән һуң өйгә ашыға һәм әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә, ағаһы менән аралаша. Артурҙы һеңлеһе ныҡ ярата һәм хәлен аңлап ҡабул итә.
Яңы колясканы БР Башлығы исеменән Туймазы районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Сергей Подоприхин тапшырған. Заһиҙуллиндар ғаиләһе Радий Хәбировҡа һәм бүләкте килтереүселәргә рәхмәт белдерә.
Фото: "Бәйләнештә"